Эстәлеккә күсергә

Сәнәғәт инҡилабы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уильям Белл Скотт. Тимер һәм күмер, 1855—1860 йылдар

Сәнәғәт инҡилабы (сәнәғәт түңкәрелеше, Бөйөк индустриаль инҡилап) — XVIII—XIX быуаттарҙа алдынғы көнбайыш державаларында күҙәтелгән ҡул хеҙмәтенән машина, мануфактуранан фабрикаға күсеү.

Сәнәғәт инҡилабының төп һыҙаты булып индустриалләштереү — аграр иҡтисадтан сәнәғәт етештереүенә күсеү тора. Һөҙөмтәлә аграр йәмғиәт индустриаль йәмғиәткә әйләнә. Сәнәғәт түңкәрелеше төрлө илдәрҙә бер үк ваҡытта бармай, әммә дөйөм алғанда, был үҙгәрештәр булған осор XVIII быуаттың икенсе яртыһынан башланып, XIX быуат дауамында барған тиергә мөмкин. Сәнәғәт революцияһының төп һыҙаты булып эре машина индустрияһы базаһында етештереүсе көстәрҙең тиҙ үҫеүе һәм донъя системаһында өҫтөнлөклө хужалыҡ итеүҙең сифатында капитализмдың раҫланыуы тора.

Сәнәғәт инҡилабы машиналарҙы күпләп ҡулланыуға ғына түгел, йәмғиәттең структураһы үҙгәреүгә лә бәйле. Ул хеҙмәт етештереүенең ҡырҡа күтәрелеүенә, тиҙ урбанизациялаштырылыуға, иҡтисади үҫешкә (быға тиклем иҡтисади үҫеш, ҡағиҙә булараҡ, йөҙәр йыл масштабында ғына һиҙелә) һәм халыҡтың тормош кимәле яҡшырыуына килтерә. Европала һәм АҠШ-та сәнәғәт инҡилабы ғүмер дауамында бары тик 5 — 6 быуынға ғына аграр йәмғиәттән (күпселек халыҡ тәбиғи хужалыҡ алып бара) индустриаль йәмғиәткә күсеү мөмкинлеге бирә.

Сәнәғәт түңкәрелеше сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәнәғәт инҡилабы, XVIII быуат һуңында Бөйөк Британияла башланып, XIX быуаттың беренсе яртыһында Европа һәм Американың башҡа илдәрен дә ялмап, дөйөм төҫ ала. Британияның сит ил колонияларынан капиталды сығарыу Бөйөк Британиялағы сәнәғәт инҡилабына һәм был илде донъя сәнәғәте үҫеше лидерына сығарыуға ярҙам итеүсе метрополияға капитал туплау сығанағы булып тора[1] тигән ҡараш йәшәй. Шул уҡ ваҡытта шуға оҡшаш хәл-торош башҡа илдәрҙә (мәҫәлән, Испания, Португалия) иҡтисади үҫештең тиҙләнеүенә килтермәй. Бынан тыш, сәнәғәт колониялары булмаған илдәрҙә, мәҫәлән, Швецияла, Пруссияла, АҠШ-та уңышлы үҫешә.

Иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаты Джон Хикс күҙаллауынса, Англияла сәнәғәт инҡилабының төп факторҙары булып түбәндәгеләр тора[2][3]:

  • шәхси милекте һәм контракт йөкләмәләрҙе яҡлаусы институттар, атап әйткәндә, бойондороҡһоҙ һәм һөҙөмтәле суд системаһы формалаштырыу;
  • сауҙа үҫешенең юғары кимәле;
  • етештереү факторы баҙарын, тәү сиратта, ер баҙарын (йәғни ер менән сауҙа итеү ирекле була һәм феодаль сикләүҙәрҙән азат ителә) формалаштырыла;
  • эшкә кеше яллауҙың киң таралыуы һәм мәжбүри хеҙмәтте файҙаланыу мөмкинлеге булмауы;
  • финанс баҙарының үҫеше һәм ссуда процентының түбәнлеге;
  • фәндең үҫеше.

Шул уҡ ваҡытта ул техник уйлап табыуҙарҙы Англиялағы сәнәғәт инҡилабының төп сәбәбе тип һанамай: «Сәнәғәт инҡилабы Кромптонһыҙ һәм Аркрайтһыҙ ҙа, бигерәк тә аҙаҡҡы стадияларҙа, һәм ысынбарлыҡта нисек — шулай булыр ине»[4].

Сәнәғәт революцияһы сәбәптәренә икенсерәк ҡараш XVIII—XIX быуаттарҙа Көнбайыш Европа һәм башҡа илдәрҙәге индустриалләштереү барышын аныҡ дәлилдәр ярҙамында анализлаған иҡтисад тарихсылары: Иммануил Валлерстайн, Кристофер Хилл, Чарльз Уилсон, Ж. Бержье һ.б. хеҙмәтендә күрһәтелә. Уларҙың фекеренсә, XVIII быуатта Англияла сәнәғәт үҫеше тиҙләнешендә төп ролде 1690 йылдарҙа индерелгән һәм XVIII быуат урталарына өҫтәмә протекционистик саралар менән көсәйтелгән протекционизм системаһы уйнай. Тап ул шул ваҡытта көслөрәк булған голланд сәнәғәте яғынан дәғүәселеккә ҡарамаҫтан, Англия, шулай уҡ протекционнистик система индерелгән Пруссия, Австрия һәм Швеция сәнәғәтенең тиҙ үҫешен тәьмин итә[5]. Уларҙың фекеренсә, был процеста аҡсаға һәм капиталға бәйле факторҙарҙың йоғонтоһо һиҙелерлек булмай. Тарихсыларҙың тикшеренеүе күрһәтеүенсә, 1700—1850 йылдарҙа күпселек сәнәғәт предприятиелары урта синыф (крәҫтиәндәр, сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр) тарафынан нигеҙләнә, улар бер ниндәй ҙә тышҡы финанслау сығанаҡтарын алмай, ә үҙ средстволары йәки туғандарынан, таныштарынан алған аҡса иҫәбенә үҫешә[6]. Иҡтисад тарихсылары айырып күрһәткән башҡа факторҙар араһында Сәнәғәт инҡилабына шулай уҡ:

  • монополиялар менән көрәш һәм эшҡыуарлыҡтың аныҡ азатлығын тәьмин итеү (Англияла был саралар бигерәк тә 1688—1724 йылдар осоронда һәм 1746 йылдан һуң әүҙемләшеүе[7]);
  • бизнес һәм йәмғиәт араһында билдәле тәртип ҡағиҙәләрен үтәү, бизнес һәм йәмғиәт хоҡуҡтарын ихтирам итеүҙе гарантиялаған йәшерен йәмғиәт килешеүе төҙөү[8] йоғонто яһай.
Кромптондың иләү машинаһы, 1779 йыл

Сәнәғәт түңкәрелеше тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Это является одним из аргументов сторонников теории первоначального накопления.
  2. Хикс дж. Теория экономической истории. М.: НП «Журнал Вопросы экономики», 2003. С.184-188; Hicks J. A Theory of Economic History. Oxford, 1969, pp. 145—166
  3. То есть он считает экономические и социальные факторы основными и главными причинами промышленной революции в Англии
  4. Вопросы экономики, № 8, 2008, «В поисках институциональных характеристик экономического роста», стр. 17 [1]
  5. Wallerstein I. The Modern World-System II. Mercantilism and the Consolidation of the European World-Economy. New York — London, 1980 pp. 233, 266; Wilson C. England’s Apprenticeship, 1603—1763. New York, 1984 pp. 166, 184
  6. J-F.Bergier. The Industrial Bourgeoisie and the Rise of the Working Class 1700—1914. Fontana Economic History of Europe, ed. by C.Cipolla. Vol. III, Glasgow, 1978, pp. 412—413; Hill C. Reformation to Industrial Revolution. A Social and Economic History of Britain, 1530—1780. Bristol, 1967, pp. 199—201
  7. Hill C. Reformation to Industrial Revolution. A Social and Economic History of Britain, 1530—1780. Bristol, 1967, pp. 139, 179
  8. Более подробное изложение этого взгляда экономических историков на причины Промышленной революции содержится в книге: Кузовков Ю. Мировая история коррупции. М., 2010, главы XII, XIV—XVII

 день) — историякопия)

  翻译: